газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2020, 11:30

Мазовтарҙың эҙенә төшкәндәрме?

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе Денис Чернятьев журналистар менән осрашты.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе Денис Чернятьев журналистар менән осрашты.
Сарала уға ике балаһы менән юғалған Артем Мазовты эҙләү барышына ҡағылышлы һорау ҙа бирелде.
"Был - республикала юғалып табылмай ҡалған балалар буйынса берҙән-бер эш. Былтыр ошондайыраҡ енәйәт эштәренең барыһы ла асылғайны. Әлегә йәмәғәтселеккә әйтерлек бер яңылыҡ та юҡ. Эш алып барыла, төрлө фараздар тикшерелә", – тине Денис Чернятьев.
Мәғлүм булыуынса, Артем Мазовты һәм һигеҙ йәшлек Ильяны, биш йәшлек Славаны эҙләү дауам итә. Был эшкә Тәфтиш комитеты, Эске эштәр министрлығы һәм Рәсәй гвардияһы йәлеп ителгән. Әле илдең бер нисә төбәгендә эҙләү алып барыла.
Фото: “Бәйләнештә”.
Автор: Рәмилә Мусина ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Mazovtar-i-e-en-t-shk-nd-rme-129857/
Читайте нас