Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 12:15

"Муниципалитеттар - үҫеш биләмәләре"

Кисә, 18 февралдә Өфөлә "Торатау" Конгресс-холында эш башлаған республика форумы шулай тип аталды.

Кисә, 18 февралдә Өфөлә "Торатау" Конгресс-холында эш башлаған республика форумы шулай тип аталды. Ойоштороусылары - Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, "Башҡортостан Республикаһы Муниципаль берәмектәре советы" ассоциацияһы һәм Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы.
Сараның маҡсаты - проект эшмәкәрлегенең алдынғы тәжрибәһен өйрәнеү нигеҙендә милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү буйынса тәҡдимдәр эшләү. Форумдың төп аудиторияһы - ауыл биләмәләре башлыҡтары. Сара 250 кешене берләштерҙе.
Үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, актуаль бурыстарҙы хәл итеү моделдәрен аңлатырға һәм тыңлаусылар һорауҙарына яуап бирергә дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, фәнни һәм мәғариф учреждениелар вәкилдәренән федераль һәм төбәк эксперттар саҡырылғайны.
Форумды Башҡортостан Башлығының муниципаль берәмектәр менән хеҙмәттәшлек итеү итеү буйынса идаралыҡ начальнигы Юрий Коземаслов асты, уңышлы һәм һөҙөмтәле эш теләне.
Сара башында форумдың төп маҡсаттарын һәм бурыстарын "БР Муниципаль берәмектәр советы" ассоциацияһының башҡарма директоры Борис Нурисламов билдәләне.
Читайте нас: