Кисә, 18 февралдә, республика Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Хөкүмәт Президиумының 2019 йылда милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәләре һәм 2020 йылға өҫтөнлөклө бурыстар буйынса киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов төбәк проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы мониторинглау һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Ул проекттарҙың маҡсатлы күрһәткестәренә ирешеү, бюджет сараларының касса үтәлеше тураһында мәғлүмәт бирҙе, һатып алыу процедуралары буйынса мәғлүмәттәр килтерҙе, шулай уҡ уҙған йылда төбәк проекттарҙың төп ирешелгән һөҙөмтәләрен һанап үтте.
Андрей Назаров билдәләүенсә, уҙған йылда республикала ҙур төҙөлөш эштәре башҡарылған һәм бик күп социаль әһәмиәттәге яңы объекттар файҙаланыуға тапшырылған - 21 мәктәп, 22 балалар баҡсаһы, 2 балалар поликлиникаһы, 33 ФАП, 5 ауыл мәҙәниәт йорто, 185 йәмәғәт биләмәләре (парктар, скверҙар һәм ял урындары) төҙөкләндерелгән.
- Республикала бындай күләмле төҙөлөштәр республикала күп йылдар булғаны юҡ ине, - тип билдәләне беренсе вице-премьер.