Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2020, 11:25

Сабыйҙарға - махсус сертификаттар

Стәрлетамаҡта ике ай эсендә 200 бала шәхси балалар баҡсаларына барыу өсөн сертификаттар алды, проектҡа дүрт шәхси балалар баҡсаһы ҡушылған, 1 апрелдән тағы икәү ҡушылырға йыйына, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин.

Стәрлетамаҡта ике ай эсендә 200 бала шәхси балалар баҡсаларына барыу өсөн сертификаттар алды, 1 апрелдән тағы икәү ҡушылырға йыйына, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин.
Былтыр ноябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты” проектын һынау башланғайны. Маҡсаты - өс йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсәгә балалар баҡсаһында урын алыу һәм мәктәпкәсә белем биреүҙә шәхси секторға ярҙам итеү. Сертификат муниципаль балалар баҡсаһында урын менән тәьмин ителмәгән ике айҙан өс йәшкә тиклемге сабыйҙың ата-әсәһенә муниципаль баҡсалағы хаҡ буйынса шәхси мәктәпкәсә ойошмала урын алыу хоҡуғын бирә.
Сертификаттың хаҡы бер бала өсөн айына алты мең һум тәшкил итә. Ата-әсә уның өсөн ни бары 2476 һум түләй. Был - бер ай муниципаль баҡсаға йөрөү хаҡы.
Аңта-әсәләр был серификаттарҙы ыңғай баһалаған. Пилот проекты буйынса йомғаҡ яһалғас, уны яңы уҡыу йылынан киңәйтеү көтөлә. Проектта Өфө һәм Өфө районының 25 белем биреү учреждениеһы ҡатнашыу теләген белдергән.
Министр урынбаҫары белдереүенсә, был проект иҡтисади яҡтан да файҙалы. Сертификат биреү өсөн йылына 14,4 миллион һум талап ителһә, 200 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөү 200 миллион һум тәшкил итәсәк.
#Миллипроекттар
Читайте нас: