Иглин районында башҡорт тоҡомло 11 ат боҙ аҫтына киткән. Ҡазаға тарыусы януарҙарҙы ҡотҡарыу кадрҙары менән социаль селтәрҙәрҙә Хәсән Иҙиәтуллин уртаҡлашҡан.
Фермер билдәләүенсә, быйылғы ҡыштың тотороҡһоҙ булыуы һөҙөмтәһендә йылға-күлдәрҙәге боҙ әллә ни туңмаған. Шул сәбәпле, урындағы күлгә һыу эсергә төшкән йылҡылар менән ғәҙәттән тыш хәл теркәлә. Бәхеткә күрә, ваҡиға хужаның күҙ алдында була.
Хәсән Иҙиәтуллин оҙаҡ уйлап тормай хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен ярҙамға саҡырта. Улар бергәләп арҡан һәм техника көсө менән аттарҙың барыһын да ярға сығара. Был урында күлдең тәрәнлеге 3-4 метр булыуын иҫәпкә алғанда, бейәләр кешеләрҙең тырышлығы менән генә тере ҡала.