газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2020, 10:40

Беренсе балаға әсәлек капиталы тыуҙырған өмөттәр

Рәсәйҙәрҙең өстән бер өлөшө беренсе балаға әсәлек капиталы булдырылыуы тыуымды арттырыуға булышлыҡ итәсәк, тәүге балаһын табыуҙы планлаштырған ғаиләләр өсөн 460 мең һум ярайһы уҡ әһәмиәтле сумма, тип иҫәпләй “Йәмәғәт фекере” фонды һорау алыуында ҡатнашыусылар.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ғаиләләргә социаль ярҙамдың бер нисә төрө хаҡында әйтте. Улар иҫәбендә икенсе бала өсөн түләнеп килгән әсәлек капиталын 2026 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтып, уның суммаһын 616 617 һумға тиклем артттырыу. Шулай уҡ беренсе бала тыуғанда ла, йәки уллыҡҡа алынғанда 466 617 һум күләмендә әсәлек капиталы түләү.
“Йәмәғәт фекере” фонды һорау алыуы 9 февралдә РФ-тың 53 субъектының 104 тораҡ пунктында уҙғарылған, 1500 респондент яуап биргән.
Уларҙың 34 проценты беренсе балаға әсәлек капиталы булдырыу тыуымды һиҙелерлек арттырыуға килтерәсәк, тип иҫәпләй. Был фекерҙе респонденттарҙың 18-ҙән алып 30 йәшкә тиклемгеләре (48 процент) хуплай. Был матди ярҙам тыуымдың күтәрелеүенә тәьҫир итмәҫ тип иҫәпләүселәр араһынан 12 проценты баланы аҡса өсөн тапмайҙар тигән фекерҙә, 8 проценты был сумма ҙур түгел, оҙаҡҡа етмәйәсәк, ә 5 проценты бала үҫтереү ҡимммәткә төшә тип уйлай.
#ВладимирПутин
Читайте нас: