Стәрлетамаҡ районынан бәләкәс Софьяға, ниһайәт, операция яһағандар. Әле ул әсәһе менән Өфөлә дауаханала ята икән. Генетик ауырыуы һөҙөмтәһендә, ҡыҙҙың аңҡауында ярыҡ булған, шуға күрә ул ҡаты ризыҡты сәйнәй һәм йүнле итеп һөйләшә алмаған.Табибтар ошо ярыҡты теккән: Соня операцияны яҡшы кисергән һәм яйлап йүнәлеүгә табан бара.
- Ул йылмая ла башланы, - тип һөйләй “Яҡшылыҡ йәйғоры” ирекмәне Регина Бирғолоева. – Софьяның әсәһе менән һөйләштем. Улар операция булыр тип уйламаған да. Ни бары тикшерелергә килгән, ә табиптар шунда уҡ уға операция эшләгән. Барыһы ла яҡшы үткән: Соня пюре ашаған, һут эскән. Беҙ барыбыҙ ҙа ҡыҙыҡай өсөн борсолабыҙ, ул беҙгә бик яҡын булып китте. Оҙаҡламай Өфөгә барып хәлен беләсәкбеҙ, кәрәкле әйберҙәр алып барасаҡбыҙ".