Кисә, 16 февралдә, Ейәнсура районының Абҙан ауылында ҙур фажиғә теркәлә. Иртәнге сәғәт етелә ағас йорт янып китә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылыр һәм башҡа махсус хеҙмәттәр килеп етә.