"Беҙ ғаилә генә булманыҡ - тәүлегенә 24 сәғәт бергә инек. Юғалды ул мәл... Ваҡыт уҙған һайын миңә ҡыйыныраҡ була бара. Яңғыҙ ҡалыуы бик ҡыйын. Хәниә минең өсөн үҙе тормош, үҙе эш, үҙе өҙөлөп яратҡан кешем ине. Ғәбделхәй тегеләй-былай булды, тип яҙһалар ҙа, был дөрөҫ түгел. Хәниә бер ваҡытта ла зарланманы. Ул үҙен бәхетле кеше тип һананы. Яратҡан тамашасым, ғаиләм, һөйөклө ейәндәрем бар ти торғайны..." – тип һөйләгән Ғәбделхәй Биктаһиров.