Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итеү буйынса башланғысты барыһы ла хупламаны, тип белдерҙе “Рәсәй 1” каналында “Мәскәү. Кремль. Путин” тапшырыуында.
Ил Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәлә мәктәптәрҙә башланғыс класс уҡыусылары бушлай ҡайнар аш менән 2020 йылдың 1 сентябренән, бөтә ил буйынса 2023 йылдың 1 сентябәренән дә һуңламайынса, туҡлана башлаясаҡ, тип белдерҙе.
“Еңел бирелмәне. Бөтәһе лә ҡаршы ине!” - тине Путин РФ Конституцияһы төҙәтмәләр индереү буйынса эшсе төркөм менән аралашҡанда.
Закон проекты менән “сәләмәт туҡланыу” тигән төшөнсә индерелә, уның принциптары, сифатлы, хәүефһеҙ һәм сәләмәт балалар туҡланыуы үҙенсәлектәре нығытыла.
Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитеты президенттың төҙәтмәләре менән закон проектының яңы редакцияһын раҫланы. Төҙәтмәләргә ярашлы, РФ субъекттары бюджеттарына хөкүмәт билдәләгән шарттарҙа субсидиялар бирелеүе мөмкин.
#ВладимирПутин