Башҡортостанда мәктәптәрҙең күбеһе карантинға ябылған. Республикала грипп һәм ОРВИ таралыуына бәйле 323 мәктә карантинға ябылған. Өфө, Нефтекама, Салауат, Бәләбәй һәм Дыуан райондары мәктәптәрендә уҡытыу тулыһынса туҡтатылған. Белем биреү ситтән тороп алып барыла. Тағы 120-һендә сикләүҙәр индерелгән һәм ҡайһы бер кластар ябылған.
Карантин 24 февралгә тиклем дауам итә. Республикала эпидемия сиге 60% ашыуға артҡан.