Бер тамашасы Гөлназдың атаһы Рөстәм Асаев булғанға сәхнәгә сыға алды, тип яҙған. Гөлназ аптырап ҡалмаған, үҙенә килгән комментарийҙарға матур ғына итеп яуап биргән.
- Беҙ үҙебеҙҙең атай-әсәйҙәребеҙҙән башҡа донъяға тыуа алмаҫ инек. Сәхнәгә килгәндә, мин ғорурланып әйтә алам, атай-әсәйемдең ярҙамы менән сәхнәгә сыҡтым. Икенсе кешеләр менән ятып, әллә ҡайҙарҙа сыуалып йөрөп сыҡманым бит, атай-әсәйҙәрем аша сыҡтым. Мин бының өсөн бик шатланам һәм ғорурланам. Әммә улар минең өсөн йырламай, концерттар ойоштормай. 15 йәшемдән үҙ-үҙемде ҡарайым. Үҙ көсөң, һәләтең булмаһа, әллә ниндәй әсәйҙәр булмағайы, - тип яуаплаған.