Биология фәндәре кандидаты һәм фитотерапевт Михаил Лущик һүҙҙәре буйынса, организмды нығытыу өсөн врач яҙған дарыуҙарҙы түгел, ә тәбиғәт бүләк иткән сараларҙы файҙаланырға мөмкин. Емеш-еләктәр һыуыҡтарҙы бер ауырыуһыҙ үткәрергә ярҙам итә ала.
- Һәр ваҡытта ҡул аҫтында ҡурай еләге булырға тейеш. Ул. һис һүҙһеҙ, һыуыҡ тейеүгә ҡаршы файҙалы. Ҡыҙыл көртмәле, мүк еләге циститтан ярҙам итә. Һәр еләктең үҙенең айырым йүнәлеше бар, - тип билдәләй Лущик.
Белгес фекеренсә, ҡара көртмәле ашҡаҙан-эсәк тракты боҙоҡлоҡтары һәм тамаҡ елһенеүе ваҡытында ярҙам итә ала. Был емеште диабеттың башланғыс стадияһында ҡулланыу кәңәш ителә.