газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2020, 18:20

Земфира Байбулдина: «Уға үлә яҙып ғашиҡ инем»

"Бер-берегеҙҙе тәүге тапҡыр ҡасан күрҙегеҙ?" "Нисек таныштығыҙ?" Билдәле шәхестәрҙән шәхси тормошо хаҡында ана шулай ҡыҙыҡһынырға яратабыҙ. Ә бына сәхнә йондоҙҙары Земфира Байбулдина менән Рәдиф Зариповтың юлдары ҡайҙа тап килгән?

Баҡтиһәң, Рәдиф Зарипов "Гәлсәр һандуғас" телевизион проектына килгәнсе буласаҡ хәләл ефетен, ул инде күптән танылыу алһа ла, бөтөнләй белмәгән. Дуҫы Рөстәм Шаһыбалов менән тәүге тапҡыр телеүҙәккә килгәс, үҙ бүлмәһендә эшләп ултырған ҡыҙға иғтибар итә һәм аҙаҡ Рөстәмдән: "Анау ҡара кейемдәге һылыу кем ул?" - тип һорай. Билдәле булыуынса, Земфира Рәдифтән бер нисә йәшкә өлкән. Йәш айырмаһы ла ҡыҙыҡһындыра күптәрҙе. "Хәҙер айырма күрмәйем, - ти Земфира. - Мин уға үлә яҙып ғашиҡ булдым. Бергә ғүмер иткән йылдарҙа ул рухи ятҡан үҫте, дингә килде, психологик һәм рухи китаптарҙы күп уҡыны. Хәҙер ирем минән бер башҡа юғары, шуға ла йәш айырмаһын тоймайым.

Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Венер Исхаҡов
Читайте нас: