газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2020, 10:42

Тырыштарға ярҙам күрһәтелә

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты нигеҙендә өс йылда республикаға социаль контракттар төҙөүҙә бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты нигеҙендә өс йылда республикаға социаль контракттар төҙөүҙә бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.
Аҙ тәьмин ителгән граждандарға, контракт маҡсаттарына ҡарап, 15 меңдән 100 мең һумға тиклем аҡса бүленә. Проекттың маҡсаты - халыҡты социаль яҡлау, уларҙың матди хәлен яҡшыртыу.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, проект тормошҡа ашырыла башлаған осорҙан алып 6,5 меңдән ашыу кеше (нигеҙҙә, ишле ғаиләләр) социаль контракт төҙөгән, шуларҙың 98 проценты алған аҡсаны шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереүгә тотонған, ике проценты - үҙ эшен асыуға, бер проценттан аҙырағы иһә һөнәри белем алыуға йүнәлткән.
Киләһе өс йылда бындай социаль ярҙам мөмкинлектәрен тағы ла киңәйтеү ҡарала. Башҡортостан социаль контракттарҙың федераль системаһы һыналасаҡ 21 төбәк иҫәбенә инде.
#Миллипроекттар
Читайте нас