газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2020, 11:10

Конституцияға төҙәтмәләр буйынса бөтә тәҡдимдәр анализланасаҡ

Рәсәй Президенты Конституцияға төҙәтмәләр индереү тураһында тәҡдимдәрҙе әҙерләү буйынса эшсе төркөм менән осрашты. Президент ултырышта 500-ҙән ашыу төҙәтмә проекты килеүе хаҡында хәбәр итте.

Рәсәй Президенты Конституцияға төҙәтмәләр индереү тураһында тәҡдимдәрҙе әҙерләү буйынса эшсе төркөм менән осрашты. Президент ултырышта 500-ҙән ашыу төҙәтмә проекты килеүе хаҡында хәбәр итте.
Дәүләт башлығы эшсе төркөмгә «һәр һүҙҙе, һәр хәрефте, һәр өтөрҙө» тикшерергә ҡушты.
Шулай уҡ Төп законға социаль гарантияларҙы, пенсия индексацияһын индереү мөмкинлеге барлыҡҡа килеүен билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, төҙәтмәләр тураһында закондың ғәмәлгә инеү процедураһы ябай булһа ла, кешеләр был ҡарарҙы ҡабул итеүҙә ҡатнашырға тейеш. Бының өсөн халыҡтың тауыш бирҙертеү ҡаралған.
#ВладимирПутин
Читайте нас: