газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2020, 17:30

Ғаилә нигеҙе - мөхәббәт һәм тоғролоҡ

14 фераль - Ғашиҡтар көнөндә Салауат ҡалаһының Картиналар галереяһында алтын һәм гәүһәр туйҙарын билдәләүсе ғаилә парҙары тәбрикләнде.

14 фераль - Ғашиҡтар көнөндә Салауат ҡалаһының Картиналар галереяһында алтын һәм гәүһәр туйҙарын билдәләүсе ғаилә парҙары тәбрикләнде.
Ғаилә-тормошобоҙҙың нигеҙе, халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың киләсәге. Матур ғаилә ҡороп, бер-береңде хөрмәтләп, бер-береңә ярҙамлашып йәшәү һәр беребеҙҙең изге бурысы. Йәштәргә үрнәк булырлыҡ ғаиләләрҙе тантаналы рәүештә ҡотлау йолаһы даими үткәрелеп тора. Унан да бигерәк, матур ғаиләләргә ҡарап һоҡланыу, ғорурланыу тойғоһо уяна. 50, 60 йыл бергә иңде-иңгә терәп, шатлығын да, ҡайғыһын да бергә үткәреп, ауыр саҡтарҙа терәк булып, яҡшы балалар тәрбиәләп, ғүмерҙәрен ҡалаға бағышлаған ғаиләләр тик маҡтауға лайыҡ. Улар хаҡында "Салауат" гәзитенең киләһе һанында уҡып белерһегеҙ. Ә әлегә фотолар менән таныша тороғоҙ.
Читайте нас: