Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2020, 10:55

Стәрлетамаҡта - Рәсәй ярыштары

Бөгөн, 13 февралдә, Стәрлетамаҡта Олимпия резервындағы спорт мәктәбендә 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында – Рәсәйҙең дзюдо (ката) буйынса Рәсәй беренселеге, ә ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр араһында ошо уҡ спорт төрө буйынса ил чемпионаты үткәрелә. дзюдо буйынса Рәсәй ярыштары ойошторола.

Ярыштарҙа Мәскәү ҡалаһынан һәм өлкәһенән, Санкт-Петербургтан, Пенза, Омск, Томск, Төмән өлкәләренән, республикабыҙҙан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 150 спортсы ҡатнаша.
Татамиға шулай уҡ 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар, егеттәр сығасаҡ һәм “нагэ-но-ката”, “катамэно-ката” дисциплиналары буйынса көс һынашасаҡ.
15-16 февралдә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында дзюдо (ката) буйынса “нагэ-но-ката”, “катамэ-ноката”, “дзю-но-ката” дисциплиналарында чемпионат үткәрелә.
Ярыштарҙың барыһы ла “Демография” милли проекты һәм “Спорт - йәшәү нормаһы” проекты сиктәрендә үткәрелә.
#Миллипроекттар
Читайте нас: