“Комсомольская правда” гәзите хәбәр итеүенсә, кисә иртән Туймазы районында, Баҡалы-Туймазы-Бәләбәй юлының 50-се километрында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хәбәр итеүенсә, 26 йәшлек ҡатын ВАЗ-2114 автомобиленә идараһын юғалтҡан һәм кюветҡа осҡан. Һөҙөмтәлә водитель һәм уның 27 йәшлек пассажиры төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Асыҡланыуынса, ҡатындың водитель танытмаһы булмаған, етмәһә, рулгә ултырыр алдынан алкоголле эсемлек ҡулланған. Шулай итеп, кәйеф-сафа ҡороп алғандан һуң машинаға ултырып сығып киткән әхирәттәр үҙ ғүмерҙәрен генә түгел, башҡаларҙыҡын да хәүеф аҫтына ҡуйған, тигән һүҙ. Водителдең танытмаһы булмауы хәлде тағы ла аяныслыраҡ итә.
Юл хәрәкәте водителдәрҙән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙе генә түгел, үҙ-ара хөрмәтте лә талап итә: шул саҡта ғына юл яу яланына әүерелмәйәсәк, ҡорбандар ҙа кәмейәсәк.