Йырсы Ришат Төхвәтуллин эстрадабыҙҙың зауыҡлы артисы. Һәр әйткән һүҙен, ҡылған ғәмәлдәрен уйлап, һәр кейгән кейемен һайлап тамашасыға ижадын тәҡдим итә артист. Ул сәхнәлә генә түгел, тормошта ла бик тыныс холоҡло, тәрбиәле шәхес.
Артист кешенең һәр яғы камил булырға тейеш, сөнки сәхнә матурлыҡты ярата. Ришаттың сәхнә тормошо ғына түгел, инстаграм тормошо ла башҡа йырсыларҙыҡынан айырылып тора. Һәр фекер ҡыҫҡа итеп, шул уҡ ваҡытта төплө һәм хатаһыҙ яҙыла. Яҙмаларҙың өс телдә бирелеүе генә ни тора! Күптән түгел иһә артист тамашасыларына тәнҡит һәм маҡтау хаҡында уйланыуҙарын еткерҙе.
«Артыҡ тәнҡит ижади ынтылышты баҫа, үҙ-үҙеңә ышаныс кәмей... Гел маҡтап торһалар ҙа рәхәт түгел. Һәр нәмәнең самаһы булырға тейештер, күрәһең», – тип яҙа артист.
«Ялғанлап, юрый маҡтау кешене боҙа, минеңсә. Ысынлап та, эскерһеҙ әйтелгән маҡтау һүҙҙәре кешегә дәрт өҫтәй. Алға, тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өндәй», «Тәнҡит үҫергә ынтылыш бирә, 100% идеал кеше юҡ», – тип тамашасылар Ришаттың һүҙҙәрен хуплап, фекерҙәр ҡалдырғандар.