Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2020, 10:40

Конституцияға төҙөтмәләр буйынса эшсе төркөм менән осрашыу

Рәсәй Президенты Владимир Путин кесаҙна көн РФ Конституцияһына төҙәтмәләр индереү тураһында тәҡдимдәр әҙерләү буйынса эшсе төркөм менән осрашыу уҙғарасаҡ, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.

Рәсәй Президенты Владимир Путин кесаҙна көн РФ Конституцияһына төҙәтмәләр индереү тураһында тәҡдимдәр әҙерләү буйынса эшсе төркөм менән осрашыу уҙғарасаҡ, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
“Ун өсөнсө февралдә Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереү тураһында тәҡдимдәр әҙерләү буйынса эшсе төркөм менән сираттағы осрашыуын уҙғарасаҡ. Унда закон сығарыу органдары һәм башҡарма власть вәкилдәре ҡатнашасаҡ”, - тип хәбәр ителә.
Путин ғинуарҙа Дәүләт Думаһына конституцияға төҙәтмәләр тураһында закон проектын индергәйне, Дәүләт Думаһы уны беренсе уҡыуҙа хупланы. Төҙәтмәләр конституция ҡоролошо, кеше һәм граждан хоҡуҡтары һәм ирке нигеҙҙәрен нығытыусы ҡағиҙәләрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән. Эшсе төркөмдән белдереүҙәренсә, Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаған РФ Конституцияһына төҙәтмәләр ндереү тураһында тәҡдимдәр әҙерлек кимәлендә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: