Өфөнөң балаларға белем биреү үҙәктәренең береһендә ҡурҡыныс ваҡиға булған. 36 йәшлек тренер ете йәшлек ҡыҙ баланы көсләгән. Был турала “Башҡортостан-Хәбәрҙәр”е хәбәр итә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир үҙәктә спорт дисциплиналарының береһен алып бара. Ул бәләкәй баланы эш урынында көсләгән. Ҡыҙыҡай был турала әсәһенә һөйләгән. Ҡатын шунда уҡ ғариза менән полицияға мөрәжәғәт иткән.
Тренер ҡулға алынған, тәфтишселәр уға ҡарата бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Әле педагогтың башҡа балаларға ҡарата ошондай уҡ енәйәт ҡылыу-ҡылмау осраҡтарын тикшерәләр.
Беҙҙең йәмғиәт менән әллә нимә булды... Балаңды уҡытыу, төрлө яҡлап үҫтереү өсөн педагогтар һәм тренерҙар ҡулына ышанып тапшыраһың. Ә яуап итеп ошондай хәлдәргә тарыйһың. Ул енәйәте беленмәҫ, бала өндәшмәҫ тип уйланымы икән? Әллә бындай ҡылыҡ ҡылған кешеләр бөтөнләй уйлай белмәйме?..