газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2020, 18:30

Айҙар Ғәлимов ниңә үҙен бәхетле тоя?

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов инстаграм сәхифәһе аша “Мин бәхетле кеше!” тип шатлығы менән бүлеште. Баҡтиһәң...

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов инстаграм сәхифәһе аша “Мин бәхетле кеше!” тип шатлығы менән бүлеште. Баҡтиһәң...
Баҡтиһәң, яратҡан йырсыбыҙҙың әсәһенә 80 йәш тулған.
«Мин бик бәхетле кеше! Ошо көндәргә ҡәҙәр мин «улым» тип өндәшкән тауышты, иңдәремә ҡағылған ҡулдарҙы, әсәләргә генә хас һөйөү тулы күҙ ҡарашын тоям. Ижад юлымда ла минең иң ғәҙел тәнҡитсем – әсәйем. Йыр тексты булһынмы, концерт программаһымы, уның һәр нәмәгә үҙ баһаһы, үҙ кәңәше бар. Һәм мин, әлбиттә, ҡәҙерле кешемдең һәр әйткән һүҙенә ҡолаҡ һалырға тырышам...», – тип яҙа Айҙар Ғәлимов һәм әсәһен ҡотлай.
Читайте нас: