Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт Президиумының сираттағы ултырышында әсәләрҙең һөнәри квалификацияһын күтәреү мәсьәләләрен тикшерҙеләр.
Атап әйткәндә, һүҙ - декрет ялындағы әсәләргә бушлай өҫтәмә белем алыу йәки квалификацияһын күтәреү мөмкинлеген биргән махсус программа хаҡында. Унда рәсми эш урыны булған, әле өс йәшкә тиклем сабыйын ҡарау ялындағы ҡатындар ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.
Ултырышта әсәләргә һөнәри белем биреү эшен ойоштороусы юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға (дәүләт һәм муниципаль учреждениеларынан тыш) республика ҡаҙнаһынан субсидия биреү тәртибе раҫланды.
Был сара “Демография” милли проекты сиктәрендәге “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу ” төбәк проектына ярашлы үткәрелә.