газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2020, 10:35

Путин АҠШ менән конфликттан һаҡланамы?

Рәсәйҙәрҙең 43 проценты беҙҙең ил Президенты Владимир Путин АҠШ менән конфликттан һаҡлана, шулай уҡ яҡынайыуға ла бармай, шул уҡ ваҡытта ул илдәр араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә ынтыла, тип иҫәпләй. Бындай һығымта Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге һорашыуынан һуң яһалған.

Тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, һорауҙарға яуап биреүселәрҙең 4 проценты РФ Президенты АҠШ-ҡа ҡарата бер ни ҙә ҡылмай, 3 проценты илдәр араһында мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштерә, тигән фекерҙә. Ә респонденттарҙың 9 проценты яуап бирергә ауырһынған.
Рәсәйҙәрҙең 37 проценты Рәсәй менән АҠШ араһындағы араларҙы Трамп киҫкенләштерә, тип белдерә.
“Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге - Спутник” Бөтә Рәсәй һорау алыуы 2019 йылдың 8 октябрендә уҙғарылған. Ул осраҡлы стационар һәм мобиль телефондары һайланып, интервью рәүешендә 18 йәштән олораҡ 1,6 мең кешенән алынған.
#ВладимирПутин
Читайте нас: