Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2020, 12:20

Табиптар ҙа ҡурҡа...

Ҡытайҙан ҡайтҡан егетте табиптар тикшерергә ашыҡмаған.

Ҡытайҙан ҡайтҡан егетте табиптар тикшерергә ашыҡмаған. 27 йәшлек егет ярты йыл самаһы Пекин ҡалаһында йәшәгән. Өфөгә ҡайтҡас ул коронавирус сиренә анализ биреп, сәләмәтлек торошон тикшермәксе була. Өҫтәүенә, өйҙә бәләкәй бала ла була. Ошо маҡсатта егет 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына мөрәжәғәт итә.
Тик егеттең үтенесе табиптарҙы, ниңәлер, ҡурҡыуға төшөрә. Ҡайһылары йәһәт кенә кабинеттарына инеп тарала һала.
Пациенттың әйтеүенсә, улар ҡабул итергә ашыҡмай, запас ишеккә күрһәтеп, дауахананан сығып китеүен һорайҙар. Ир Ҡытайҙан февраль башында Екатеринбург аша авиарейс менән ҡайтҡан булған.
Әле Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был ваҡиғаны асыҡлай. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Светлана Ҡусҡарбекова әйтеүенсә, нисек кенә булмаһын, хәл иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тикшереләсәк.
Бына һиңә, мә! Табиптарҙан башҡа кемгә мөрәжәғәт итергә тейеш икән һуң ул кеше?
Читайте нас