Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2020, 10:55

Әсәлек капиталы буйынса төҙөтмәләрҙе Дәүләт Думаһына индерҙеләр

“Берҙәм Рәсәй” әсәлек капиталын ҡулланыу тураһындағы төҙәтмәләрҙе Дәүләт Думаһы ҡарамағына индерҙе. Улар хаҡында Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа үҙенең Мөрәжәғәтнамәһе ваҡытында әйтте.

Атап әйткәндә, улар әсәлек капиталы программаһын 2026 йылға тиклем оҙайтыуҙы, шулай уҡ уны йыл һайын индексациялауҙы күҙ уңында тота. Аҡсаны ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан алып донъяға килгән йәки уллыҡҡа алынған беренсе балаға түләү ҡаралған. Уның суммаһы 466 617 һум тәшкил итә. Икенсе һәм унан һуң бала тыуғанда йәки уллыҡҡа алынғанда 616 617 һум түләнә.
Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә социаль ярҙам буйынса бик күп тәҡдимдәр менән, шул иҫәптә икенсе бала тыуғанда түләнә торған әсәлек капиталын 150 мең һумға арттырыу тураһында сығыш яһаны.
Уҙған аҙнала дәүләт башлығы министрҙар кабинетына әсәлек капиталы аҡсалары менән файҙаланыуға ғаризаларҙы ҡарау ваҡытын ҡыҫҡартыу тураһында ҡануниәткә үҙгәрештәр индерергә лә ҡушҡайны.
#ВладимирПутин
Читайте нас: