газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2020, 15:55

Ремонттан һуң поликлиника йылмайып тора

Салауат ҡалаһында балалар поликлиникаһында ремонт барыуы хаҡында яҙғаныбыҙ, хәбәр иткәнебеҙ булды. Һәм бына, ниһайәт, ул үҙенең ишектәрен асты, пациенттарҙы ҡабул итә башланы. Ремонттан һуң поликлиника ысынлап та бик матурланған, хатта коридорҙарында ла ҡояш сағыуыраҡ яҡтыртҡандай.

Элекке бинанан, уның һоро стеналарынан, йыртылып бөткән обойҙарынан бер нимә лә ҡалмаған. Стеналар сағыу төҫкә буялған, унда һүрәттәр төшөрөлгән, ыҡсым ғына ултырғыстар ҡуйылған, ҡайҙа ниндәй кабинет, ниндәй врачтар ҡабул итә, барыһын да күрһәтеүсе алтаҡталар ҡуйылған. Регистратура ла асыҡ, унда мөрәжәғәт итеү күпкә уңайлыраҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат балалар поликлиникаһы Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты һәм “Балалар һаулыҡ һаҡлау үҫеше” төбәк проекты сиктәрендә ремонтланды.
Балалар поликлиникаһы тураһында мәҡәләне “Салауат” гәзитенең киләһе һанында уҡый алырһығыҙ.
Читайте нас: