газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 11:50

Салауат ҡыҙы Азалия Ғәйнетдинова жюриҙағы 100 кешенең 99-ын әсир итте

Беҙҙең ҡаланан Азалия Ғәйнетдинованың “Рәсәй-1” каналында барған “Ну-ка, все вместе!” тапшырыуында ҡатнашыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Кисә ул сығыш яһаны һәм бик лайыҡлы итеп, сөнки ул йырсыларҙы баһалаусы жюриҙағы 100 кешенең 99-ын әсир итте. Башҡорт ҡыҙы шулай итеп проекттың финалына ла үтте.

Азалияның беренсе булып сығыш яһап, шунда уҡ юғары мәрәй йыйыуы һәм финалға сығыусылар исемлеге асыҡланғансы уны бер кемдең дә үтеп китеүе алмауы ҡыуандырҙы. Ул ғорурлыҡ менән Салауат ҡалаһынан булыуын, ҡанында башҡорт-татар ҡанының ағыуын билдәләп үтте.
- Элек мин икенсе тормош менән йәшәй инем, шулай ҙа музыка ысынбарлыҡта кем икәнлегемде аңларға ярҙам итте, - тине ул.
Финалға, әлбиттә, иң-иңдәр үтә һәм Азалия Ғәйнетдинова проектта еңеү яулай алырмы, 1 миллион һумға эйә була алырмы? Уныһын инде ваҡыт күрһәтер. Беҙ уның өсөн янып-көйәбеҙ.
Читайте нас: