газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 19:05
Әнүәр Нурғәлиев концерттарын ниңә күсергән?
Яратҡан йырсыбыҙ Әнүәр Нурғәлиев күптән түгел Инстаграм аша ауырып китеүе, ошо сәбәпле концерттарының күсерелеүе тураһында хәбәр иткәйне.
Яратҡан йырсыбыҙ Әнүәр Нурғәлиев күптән түгел Инстаграм аша ауырып китеүе, ошо сәбәпле концерттарының күсерелеүе тураһында хәбәр иткәйне.
Ул машинанан төшкәндә яңылыш тайып, билен ауырттырған. Әммә халыҡ араһында бәғзеләр уға ышанмаған. Шуға йырсы видеояҙма ла өҫтәп ҡуйырға мәжбүр булған.
"…Ҡайһы бер кешеләр мине эсеп ята тип уйлаған. Йәнәһе, шуға концертын ҡуя алмай. Нахаҡ һүҙ яҙырға ярамай. Йыраҡтан килгән тамашасыларым аңлаһын тип кенә хәбәр бирҙем… Баш уйлар өсөн: әллә ниҙәр әйтер алдынан уйларға кәрәк…" — тип белдерҙе Әнүәр Нурғәлиев видеояҙмала.
"Ай Аллам, бәлә аяҡ аҫтында бит: ғәйбәттән, нахаҡ һүҙҙән дә ҙурыраҡ гонаһ юҡтыр! Ә гонаһтан ҡурҡырға кәрәк…" — тип тә өҫтәп яҙған ул.
Фото:
shahrikazan.ru
Автор: Самат Ғәлин
("Башҡортостан" гәзите сайтынан алынды)
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде