газета "Салауат"
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 18:10
"Көҙ үк киткән..."
Күптәрҙең яратҡан сәхнә йондоҙо Анастасия Заворотнюк тураһында бөгөн йәнә бер хәбәр билдәле булды.
Күптәрҙең яратҡан сәхнә йондоҙо Анастасия Заворотнюк тураһында бөгөн йәнә бер хәбәр билдәле булды.
Имеш, уны фалиж һуҡҡан. Дөрөҫмө был яңылыҡ, юҡмы, бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай. Ни өсөн тигәндә, актрисаның ғаиләһе һаман тынлыҡ һаҡлай.
Анастасия сирләй тигән хәбәр былтыр көҙ башында ишетелә башлағайны. Уның мейеһендә яман шеш бар, дауалап булмай, тинеләр. Ғөмүмән, сире тураһында имеш-мимеш күп йөрөнө. Тик ире Петр Чернышев та, ғаиләһе ағзалары ла был турала бер нәмә лә өндәшмәне. Шуныһы лә ғәжәп: Настяның сирле килеш йәки дауаханала төшөрөлгән бер генә фотоһы ла юҡ. Ризалашығыҙ, был бик сәйер. Уның кимәлендәге йондоҙҙоң ниндәй ҙә фотоһы килеп сығырға тейеш ине бит. Һәр кемдең ҡулында камералы телефон бар саҡта, берәй шәфҡәт туташы булһа ла фотоға төшөрә алыр ине.
Һәм бына әле билдәле булыуынса, Анастасияның кәүҙәһенең уң яғын фалиж һуҡҡан. Ул инвалид коляскаһында йөрөй һәм унан бер ҡасан да тора алмаясаҡ. Был мейеһенә ҡатмарлы операция эшләгәндән һуң барлыҡҡа килгән тиҙәр.
Тағы шуныһы, ҡайһы берәүҙәр Анастасияны көҙ үк үлгән һәм ғаилә быны йәшерә тигән фекер ҙә әйтә. Улайға уҡ барып еткәненә ышанмайбыҙ, әлбиттә. Тик ил кимәлендә билдәле кешенең хәле тураһында халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәтте еткерһәләр ҙә булыр ине тигән фекер ҡала. Күптәр уның өсөн ысын күңелдән ҡайғыра бит. Нисек булһа ла, сәхнә йондоҙона сәләмәтлек теләйбеҙ.
Фото:
yandex.ua
Автор: Альфия Мингалиева
("Башҡортостан" гәзите сайтынан).
Читайте нас:
Новости партнёров
Ҡатыны яман шештән үлгәс...
Джефф Монсон Ислам динен кабул иткән!
О чём мечтает капитан