Йондоҙнамә
(10-16 февраль)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Ҡуҙылар өсөн аҙна ярайһы уҡ яҡшы ғына булмаҡсы. Финанс хәлегеҙ тотороҡло, эштә көсөргәнешлек тойолмаҫ. Дуҫтарығыҙ, яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр көйлө барыр. Яңы таныштар табырһығыҙ, күңел асып алырһығыҙ. Тик йәрәхәт алыуҙан һаҡланығыҙ.
Буға (21.04-21.05)
Аҙна һеҙ теләгәнсә генә барыр. Хеҙмәттәштәрегеҙ ҙә, етәкселек тә эшегеҙ менән ҡәнәғәт булыр. Аҙна башында һөйгәнегеҙ менән аралар насарайыуы сығырығыҙҙан сығарыр. Сәләмәтлегегеҙгә күберәк иғтибар бирегеҙ, бассейнға, фитнес-клубҡа йөрөй башлағыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Һеҙҙә ялҡаулыҡ көслө булыр. Әммә үҙегеҙҙе ҡулға алырға кәрәк, юғиһә, уңышлы эштәрҙән ҡолаҡ ҡағырһығыҙ. Парлылар сәйәхәткә юлланыр, һөйгәнегеҙ менән ваҡытты ҡыҙыҡлы үткәрерһегеҙ. Хроник ауырыуҙарығыҙ үҙен иҫкә төшөрөр.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Ҡыҫалаларға был аҙна онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алып килер. Һеҙгә яҡшы эш урыны тәҡдим итерҙәр. Икенсе яртығыҙҙың ысын мөхәббәтен тойорһоғоҙ. Ә балаларығыҙ менән ҡатмарлыҡтар килеп тыуыр. Аҡсағыҙ мул булһа ла, уны тотонорға ваҡытығыҙ етмәҫ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Арыҫландар бер үҙгәрештән дә ҡурҡмаһын - йондоҙҙар уларға һәр башланғыста булышлыҡ итер. Һеҙҙе ҡыҙыҡлы сәфәргә юлдаш итеп саҡырырҙар. Оло быуын вәкилдәре менән аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыр. Финанс хәлегеҙҙә тотороҡлолоҡ һаҡланыр.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Һеҙҙең ҡыйыулыҡ менән әллә ниндәй үрҙәр яуларлыҡ! Туҡтамағыҙ, тик алға барығыҙ, барыһы ла һәйбәт килеп сығыр. Кеҫәгеҙҙең ҡалынайыуын һиҙерһегеҙ, тик уларҙы әлегә һаҡлауға һалып тороғоҙ. Икенсе яртығыҙға романтика бүләк итергә онотмағыҙ, ул шат булыр.
Үлсәү (24.09-23.10)
Шул тиклем эшкә бирелеүегеҙҙе етәксе баһалаһа ла, яҡындарығыҙ аңламаҫ. Әҙерәк ял итеп алырға ла форсат табығыҙ. Аҡса мәсьәләһе ғаиләгеҙҙә ғауға сығарыуы мөмкин. Бергә ял итеү, файҙалы шөғөл табыу араларҙы нығытыр. Гардеробыҙҙы яңыртып алһағыҙ ҙа була.
Саян (24.10-22.11)
Эштә үҙегеҙҙең һөнәри оҫталыҡты иҫбатлар өсөн ныҡ тырышлыҡ күрһәтергә тура килер. Коллегаларығыҙҙа һоҡланыу уятырһығыҙ, етәкселек премия менән бүләкләр. Ә бына өйҙә үҙ бурыстарығыҙҙы үтәмәүҙә ғәйепләрҙәр. Ял көндәрен тәбиғәт ҡосағында үткәреү яҡшыраҡ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Был арала башҡарған бөтә эштәрегеҙҙән ҡәнәғәт булырһығыҙ. Директорығыҙҙан эш хаҡын арттырыуҙы талап итә алаһығыҙ. Ғаиләгеҙ ҙә һеҙҙе шатландырып торор. Таныш булмаған кешеләр менән аралашмағыҙ, алданыуығыҙ бар. Дуҫтарығыҙ дачаға ялға саҡырыр.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Һеҙҙең башҡа бик күп яңы идеялар килер, тик уларҙы башҡалар менән бүлешмәгеҙ, урлауҙары мөмкин. Финанс ауырлыҡтар бошоноп ултырыуға сәбәп түгел, өҫтәмә килем сығанағын тиҙ табырһығыҙ. Ял көндәрен кәйеф-сафа ҡороп, күңелле үткәрерһегеҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Ныҡышмал, тырыш һыуғоярҙарға уңыш йылмайыр. Ниндәй генә ҡатмарлыҡтар килеп тыумаһын, һеҙ уларҙы гиҙеп сыға алырһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙ тураһында онотмағыҙ. Яҡындарығыҙ менән күберәк бергә булыу форсатын табығыҙ. Иммунитетығыҙҙы нығытығыҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Балыҡтар етди эшлекле партнерҙар менән дуҫлыҡ булдырыр. Башлаған һәр эшегеҙҙең осона сығығыҙ. Руль артында юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим. Һеҙҙе оҡшатып йөрөүселәрҙән осрашыуға саҡырыу алырһығыҙ. Спорт менән дуҫлашһағыҙ, сәләмәт булырһығыҙ.