Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауатта “Туҡталҡа тыйыла” тигән билдә ҡуйылған ерҙә автомобилде ҡалдырған өсөн 1500 һум күләмендә штраф һалыу һәм транспортты эвакуациялау ҡаралған. Транспорттары алып кителгән хужаларға Салауат ҡалаһы буйынса ЮХХДИ бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Махсус туҡталҡа Өфө урамы, 113 адресы буйынса урынлашҡан. Белешмә өсөн телефон: 8-917-43-17-800.