Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2020, 17:15

“Эш көнө бөтөргә бер сәғәт кенә ҡалды”

Кисә редакцияға ҡунаҡ килеп инде. Матур ғына, аҡыллы ғына үҙе. Гәзитте баҫмаға бирә торған көн булғас, эш күп, сәләмләнек тә, иғтибар итмәйбеҙ.

Кисә редакцияға ҡунаҡ килеп инде. Матур ғына, аҡыллы ғына үҙе. Гәзитте баҫмаға бирә торған көн булғас, эш күп, сәләмләнек тә, иғтибар итмәйбеҙ.
Ә ул үҙен хужалай тойоп, тәҙрә төбөндәге гөлдәр менән танышып сыҡты, мыяулап аяҡтарға һырпаланып оҙаҡ ҡына йөрөнө. Шунан ултырғысҡа менеп баҫты ла, сәғәтте күҙәтә башланы. Эш көнө бөтөргә бер сәғәт кенә ҡалды, тип беҙҙе иҫкәрткәндәй тағы мыяулап алды. Ә беҙ инде ошо ҡыҙыҡ мәлде фотоға төшөрөп һалырға булдыҡ. Кесе дуҫтарыбыҙҙы яратайыҡ, уларға иғтибар бүләйек.
Читайте нас: