"Ну-ка, все вместе!" вокал проекты "Россия-1" телеканалында 2 февралдә старт алды һәм һәр йәкшәмбе һайын күрһәтелә. Унда төрлө стилдә йырлаусылар үҙенең һәләтен студиялағы 100 кешенән торған жюри алдында күрһәтә. Улар араһында билдәле йырсылар, композиторҙар, продюсерҙар һәм башҡа музыка белгестәре бар. Азалияның сығышы был йәкшәмбе, 9 февралдә, күрһәтеләсәк. Ҡарайбыҙ, уның өсөн көйәбеҙ!
- Ниһайәт, мин үҙемдең "Ну-ка, все вместе!" халыҡ-ара вокал проектында ҡатнашыуым тураһында һөйләм алам, унда мине Сергей Лазерев етәкселегендәге 100 кешенән торған профессиональ жюри баһалай. Оҙаҡ ҡына ваҡыт конкурстарҙа, бының кеүек масштаблы шоуҙарҙа ҡатнашырға йөрьәт итмәнем, әммә һуңғы 2 йылда үҙ өҫтөмдә күп эшләйем һәм минең күрһәтерлек һәләтем барлығын аңлайым, - тип бүлешә ҡыҙ Бәйләнештәге сәхифәһендә. Һәм ул был проектта ҡатнашыуынан нимә килеп сығыуын тапшырыуҙан ҡарап белергә саҡыра. Ҡарарбыҙ, күрербеҙ!