Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәт менән кәңәшмәлә коронавирус эпидемияһы ваҡытында һаҡланыу сараларына һәм препараттарына хаҡтарҙы күтәреүсе компанияларҙың лицензияларын алырға ҡушты.
- Уларҙың был эшмәкәрлеккә лицензияларын алырға кәрәк. Байырға уйлағандар. Бындай ойошмаларҙы асыҡларға һәм тейешле ҡарар ҡабул итергә кәрәк, - тине президент.
Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, илдә дарыуханалар селтәре киң, шуның өсөн хаҡ күтәреүсе ике-өс компанияны ябыу рәсәйҙәр өсөн кире йоғонто яһамаясаҡ.
Рәсәйҙә коронавирустың ике осрағы теркәлгән. Вице-премьер Татьяна Голикова хәбәр итеүенсә, уның таралыу хәүефе янамай.
Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин коронавирус инфекцияһына ҡаршы тороу буйынса милли планға ҡул ҡуйған. Ул 22 төрлө саранан тора.
#ВладимирПутин