газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2020, 11:15

Салауатта - яңы станция

Салауатта атмосфера һауаһы сифатын онлайн-мониторинглаусы ике автоматлаштырылған станция төҙөләсәк.

Салауатта атмосфера һауаһы сифатын онлайн-мониторинглаусы ике автоматлаштырылған станция төҙөләсәк. Улар дөрөҫ мәғлүмәтте реаль ваҡыт режимында бирәсәк. Был проект "Экология" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Башҡортостан Республикаһы менән “Газпром нефтехим Салауат” ойошмаһы араһындаинвестиция килешеүе төҙөлгән. Компания проект өсөн 64 миллион һум аҡса индергән.
Был станциялар ҡаланың көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәрендә урынлашасаҡ. Уларҙың тәүгеһе быйыл сентябрҙә үк эшләй башларға тейеш. Улар республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының аналитик лабораторияһына тапшырыласаҡ һәм “Экологик мониторинг мәғлүмәттәренең берҙәм ҡала фонды” автоматлаштырылған системаһына тоташтырыласаҡ.
Һәр станция заманса ҡорамалландырылған: азот оксиды, углерод, көкөрт водороды, аммиак, көкөрт оксидын анализлау ҡулайламалары бар. Бында ҡуйылған автоматик газ хроматографтары атмосфера һауаһында ароматик углеводород, метанол, диметиламин, этилен һәм башҡа бысратҡыстар барлығын асыҡлай ала. Бынан тыш, мониторинглауҙың заманса комплексына метеокүрһәткестәрҙе үлсәй торған ҡулайлама ла индерелгән. Ул һауа температураһын, дымлылыҡ, атмосфера баҫымы, яуым-төшөм күләмен күрһәтәсәк.
#Миллипроекттар
Читайте нас: