Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йыл илдең ауыл хужалығы тармағы өсөн ярайһы уҡ уңышлы ғына үтте, крәҫтиән хужалыҡтары бик яҡшы эшләне, тип белдерҙе.
Дәүләт башлығы Ауыл хужалығы министрлығы етәксеһе Дмитрий Патрушев менән осрашыу уҙғарҙы. Министр президентҡа уҙған йылда агросәнәғәт комплексы эшенең һөҙмтәләре хаҡында мәғлүмәт бирҙе һәм тармаҡтағы әлеге хәлдәр тураһында һөйләне.
“Беҙҙең ауыл хужалығы тармағы һуңғы йылдарҙа һәр ваҡыт алдынғы сафтарҙа. Һәм уҙған йыл да ярайһы уҡ уңышлы ғына булды, крәҫтиән хужалыҡтары “бишлегә” эшләне”, - тине Владимир Путин осрашыу барышында.
#ВладимирПутин