Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Йөрәк һүҙе-2019” шиғриәт бәйгеһе еңеүсеһе, бик күп проекттар авторы Земфира Байбулдинаның социаль селтәрҙәрҙә “Бирешмәнем” тигән афишаһы күренеү менән халыҡ араһында имеш-мимеш таралды.
Имеш, ике талант эйәһенең юлдары айырылған. Хәлдең ысынына төшөнөр өсөн Земфира Байбулдинаның үҙенән белешергә булдыҡ.
“Эйе, беҙ айырым, - тине ул, мут йылмайып. - Рәдиф үҙенең концерт төркөмө менән йөрөй. Ә мин үҙемдекен булдырҙым. Сәнғәт институтында театр артисы һәм режиссер һөнәренә белем алып, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған кешемен бит әле. Электән шиғыр уҡырға яратам. “Йөрәк һүҙе” шиғриәт конкурсында халыҡтың сығышымды яратыуы, алҡышлап оҙатыуы, еңеүем был идеяны тағы ла дөрләтеп ебәрҙе. Халыҡ интернет селтәрҙәре аша үҙҙәре йәшәгән төбәккә саҡыра".
Сәхнә йондоҙо әйтеүенсә, төркөмдә талантлы йырсылар ҙа бар. Алла бойорһа, 31 мартта Бөрйән район мәҙәниәт һарайында тәүге сығыш көтөлә. Унан һуң – Асҡарға.
Земфира Байбулдинаның был хыялын сәнғәт һөйөүселәр ҡыуанып ҡаршы алған. Илеш, Көйөргәҙе, Ҡариҙел, Хәйбулла һәм башҡа райондар халҡы саҡыра уны. Хатта алыҫ Төмән яҡтары ла үҙҙәрендә көтә. Шишмәнән Дилбәр Хәмитова: ”Минең күңел ошо проектты көтөпмө-көтә ине. Тетрәндергес, илһамландырғыс, уйландырғыс, фәһемле осрашыу, тере аралашыу булырына ышанам”, - тип уңыштар теләгән.
Фото: «Бәйләнештә».