Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 13:10

Рәсәй Ҡытайға коронавирус менән көрәштә ярҙам итергә әҙер

Рәсәй Президенты Владимир Путин КНР рәйесе Си Цзиньпинға телеграмма ебәрҙе һәм Ҡытайҙа тарала барған коронавирусҡа бәйле ҡыҙғаныс белдерҙе, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.

Рәсәй Президенты Владимир Путин КНР рәйесе Си Цзиньпинға телеграмма ебәрҙе һәм Ҡытайҙа тарала барған коронавирусҡа бәйле ҡыҙғаныс белдерҙе, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
Телеграммала Президент ауырыусыларға тиҙерәк һауығыуҙарын теләй. Етәкселектең эше арҡаһында эпидемияның таралыуы туҡтатылыр, тигән ышаныс та белдерелә.
“Рәсәй Президенты ҡытай халҡына дуҫтарса кәрәкле ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе һәм Рәсәйҙең тулы хоҡуҡлы ведомстволары был дөйөм хәүеф-хәтәрҙе еңеү маҡсатында Ҡытайҙың тейешле структуралары менән тығыҙ хеҙмәттәшлеккә иҫәп тотоуын хәбәр итте”, - тиелә хәбәрнамә.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы коронавирустың таралыуын халыҡ-ара әһәмиәттәге ғәҙәттән тыш хәл булыуын таныны. Коронавирустан Ҡытайҙа 213 кеше һәләк булды, 9,7 мең кеше инфекцияны йоҡторған. Тағы ла 100 тирәһе кеше Ҡытайҙан ситтә, 18 илдә зарарланған. Ғалимдар коронавирустың кешенән кешегә йоғоуын иҫбатланы.
#ВладимирПутин
Читайте нас: