6 - 7 февралдә "Торатау" Конгресс-холында семинар-кәңәшмә уҙасаҡ. Унда "Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" федераль маҡсатлы программаны һәм "Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектын, атап әйткәндә, "Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү" төбәк проектын бойомға ашырыу мәсьәләләре ҡараласаҡ. Семинарҙа Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы етәкселегенең, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың, Урал һәм Волга буйы федераль округтарының аграр ведомстволары вәкилдәренең, эксперттарҙың ҡатнашыуы көтөлә.