Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 18:10

Elvin Grey 33 йәшкә тиклем өйләнмәйәсәк. Ниңә?

Башҡорт эстрадаһының популяр йырсыһы Радик Юльяҡшиндың шәхси тормошо күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Ни өсөн һаман өйләнмәй икән, ғүмер үтә, гел йыр, эш тип кенә йәшәргә ярамай, тиеүселәр ҙә күп. Баҡтиһәң, уға ярамай икән.

Башҡорт эстрадаһының популяр йырсыһы Радик Юльяҡшиндың шәхси тормошо күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Ни өсөн һаман өйләнмәй икән, ғүмер үтә, гел йыр, эш тип кенә йәшәргә ярамай, тиеүселәр ҙә күп. Баҡтиһәң, уға ярамай икән.
Радик Юльяҡшин 31-се йәш менән бара, әммә өйләнеү хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡаны юҡ. Быға тиклем ҡыҙҙар менән йөрөргә, осрашырға ваҡыт юҡ, минең концерт графигына түҙерлек ҡыҙ табылырмы, тип шаяртыу менән генә яуап бирҙе. Шулай ҙа һуңғы арала интернет селтәрҙәрендә Радиктың йөрөгән ҡыҙы барлыҡҡа килеүе тураһында хәбәрҙәр таралды. Йырсы быны үҙе лә йәшермәй кеүек, социаль селтәрҙәрҙә парҙың фотолары йыш осрай. Әммә бер интервьюһында ул өйләнмәүенең сәбәбен хеҙмәт юлына бәйле булыуын әйтте. Elvin Grey проекты контракт буйынса эш итә һәм ошо контракт нигеҙендә егет әле 33 йәшкә тиклем өйләнмәйәсәк. Радиктың һүҙҙәренә буйынса, уға ҡыҙҙар менән йөрөү тыйылмай, әммә әлегә өйләнергә лә ярамай икән. Сөнки был уның ижади эшмәкәрлегенә, тимәк, популярлығына ла, зыян килтереүе мөмкин. Элвин Грейҙың концертындағы төп тамашасылар - ул ҡыҙҙар. Улар йырсының ижадына ғына түгел, уның үҙенә лә ғашиҡ. Ә егет өйләнһә, улар өсөн юғалтыу буласаҡ. Ә былай улар уны яратыуын дауам итә.
Читайте нас: