газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 18:20

«Башҡортостан Республикаһы һуғыш йылдарында. 75 билдәһеҙ факт» акцияһы

БР «Башҡортостан» ТРК ДУП Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына «Башҡортостан Республикаһы һуғыш йылдарында. 75 билдәһеҙ факт» акцияһын башлай."Республика тарихында ныҡлап өйрәнелмәгән, шул иҫәптән һуғыш осоро менән бәйле аҡ таптар ҡала килә. Онотолған йәки юғалған тип иҫәпләнгән тарихи деталдәрҙе тергеҙеү, һаҡлау һәм киләсәк быуындарға еткереү – һәр беребеҙҙең бурысы. Акция шул маҡсатта ойошторола. Бәлки, иғтибарға лайыҡ мәғлүмәтте тап һеҙ еткерерһегеҙ!" - тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.

БР «Башҡортостан» ТРК ДУП Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына «Башҡортостан Республикаһы һуғыш йылдарында. 75 билдәһеҙ факт» акцияһын башлай.
"Республика тарихында ныҡлап өйрәнелмәгән, шул иҫәптән һуғыш осоро менән бәйле аҡ таптар ҡала килә. Онотолған йәки юғалған тип иҫәпләнгән тарихи деталдәрҙе тергеҙеү, һаҡлау һәм киләсәк быуындарға еткереү – һәр беребеҙҙең бурысы. Акция шул маҡсатта ойошторола. Бәлки, иғтибарға лайыҡ мәғлүмәтте тап һеҙ еткерерһегеҙ!" - тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.
Акция бер нисә этапта үтә: 3 февралдән 20 апрелгә тиклем сайттағы анкетаны тултырып, билдәһеҙ фактты яҙып ебәрергә кәрәк, 4 майға тиклем алынған мәғлүмәттәрҙе эксперт комиссияһы эшкәртәсәк. Комиссияға тарихсылар, журналистар һәм республика йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инә. Һөҙөмтәлә эксперттар 75 иң ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле тарихи факттарҙың исемлеген төҙөй.

Иң сағыу тарихтар хаҡында тамашасылар 9 майҙа БЮТ каналында тура эфирҙа телемарафон барышында беләсәк. Бынан тыш һәр теләгән кеше билдәләнгән факттарҙы артабан өйрәнә ала. Сөнки bash.news рәсми сайтында комиссия төҙөгән исемлек кенә түгел, тамашасылар ебәргән һәр факт урын аласаҡ. Тарихҡа үҙ һүҙегеҙҙе яҙырға ашығығыҙ!
Читайте нас: