Башҡортостанда бәлиғ булмағандарға снюстар, вейптар, тартыу ҡатнашмалары һатҡан өсөн штраф граждандар өсөн – 3-4 мең, вазифалы кешеләр өсөн – 30-40 мең, юридик берәмектәр өсөн 150-200 мең һум була. Ҡабаттан боҙған осраҡта граждандар өсөн – 4-5 мең, вазифалы кешеләр өсөн – 40-50 мең, юридик берәмектәр өсөн 200-250 мең һум. Уҙған кесаҙна Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта бәлиғ булмағандарға тәмәкеһеҙ изделиеларҙы һәм тәмәке тартыу яйланмаһын
берәмләп һатыуҙы сикләгән закон ҡабул итте.