Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2020, 21:56

"Лада Ларгус"ында - утыҙ шешә

Легаль булмаған алкоголь эсемлектәр һатып фашланған “эшҡыуарҙар” тураһында әленән-әле ишетеп-белеп торабыҙ.

Легаль булмаған алкоголь эсемлектәр һатып фашланған “эшҡыуарҙар” тураһында әленән-әле ишетеп-белеп торабыҙ.
Яуапҡа тарттырылһа ла, штрафтар түләһә лә, еңел юл менән аҡса эшләргә ынтылыусылар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтмәй.
Ошо көндәрҙә ЮХХДИ инспекторҙары иҡтисад именлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Учалы ҡалаһында йәшәгән 54 йәшлек ирҙең контрафакт алкоголь менән сауҙа иткәнен асыҡлай.
Ул «Лада Ларгус» автомобиле салонында утыҙ шешә алкоголь продукцияһы йөрөтә. Бәхеткә күрә, сифаты шик тыуҙырған спиртлы эсемлек шәрәмәттәрен һатып өлгөрә алмай, тотола. Контрафакт алкоголь тартып алына һәм экспертизаға оҙатыла.
Законһыҙ продукцияның күләме әллә ни ҙур булмаһа ла, еңел кәсеп тапҡан “эшҡыуар”ға ҙур ғына сумма штраф түләргә тура киләсәк.
Фото: “Бәйләнештә”.
Автор: Римма Султанова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Lada-Largus-inda-uti-shesh-103730/
Читайте нас: