БР Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин үҙенең сәхифәһендә ошо хаҡта яҙып, баланың ғүмере хәүеф аҫтында, тип белдерҙе: "Шаһиттарҙың һөйләүенсә, ир табипты кабинетынан сәсенән һөйрәтеп сығарған. Һеҙ шуны күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Мин - юҡ. Туҡмалыуҙан һәм стрестан табип иҫен юғалтып, әлеге ваҡытта дауаханала ята".
Ауырлы ҡатынға һөжүм иткән иргә ҡарата енәйәт эше асылған, тикшереү бара.
Шуға оҡшаш хәл яңыраҡ Учалы районының Абҙаҡ ауылында ла теркәлгәйне: иҫерек ҡатын, ирем ауыр хәлдә, тип алдап "Тиҙ ярҙам"ды саҡырып, ике йәш фельдшер ҡыҙға һөжүм итте.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова ("Йәшлек" гәзитенән) https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ir-keshe-auirli-tabip-a--g-m-itk-n-103779/