газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2020, 22:05
"Иңемдән ауыр йөк төшкәндәй булды"
Барыбер йәшәй алмаҫ инек.
Билдәле кешеләрҙең тормошо менән ҡыҙыҡһынмаған кеше бармы икән? Яҡташыбыҙ, яратҡан йырсыбыҙ Рөстәм Асаевтан да тәүге ғаиләһе, аҙаҡ юлдарының айырылыуы хаҡында йыш һорайҙар икән.
"Лилиә менән беҙ үтә йәшләй ғаилә ҡорҙоҡ, - тип яуап ҡайтара сәхнә йондоҙо. - 1998 йылда ҡыҙыбыҙ Гөлназ тыуҙы. Консерваторияның бишенсе курсын тамамлаған йылда юлдарыбыҙ айырылышты. Беҙ икебеҙ ҙә ҡыҙыу, килешеүгә ауыр бара торған кешеләр. Барыбер йәшәй алмаҫ инек. Бынан һуң да аңға килеү өсөн шаҡтай ваҡыт кәрәк булды - елкәнән ауыр йөк төштөмө ни... Кемдеңдеңдер яҡшы, кемдеңдер насар булыуынан да түгел ул – бер-беребеҙгә ғаилә өсөн тура килмәгән пар булғанбыҙ. Уны аңларға йәшлек ҡамасаулаған. Әммә, шөкөр, матур мөнәсәбәттә ҡалдыҡ – ҡыҙыбыҙ Гөлназ беҙҙе һөйөндөрөп үҫте”.
Фото: “Бәйләнештә”.
Автор: Венер Исхаҡов ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/I-emd-n-auir-y-k-t-shk-nd-y-buldi-103705/
Читайте нас: