Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2020, 22:20

Аяҡһыҙ кеше имгәкләп китеп бара...дауаханала

Был хәл Иглин районы дауаханаһында теркәлгән. Факт буйынса тикшереү башланған да инде.

Был хәл Иглин районы дауаханаһында теркәлгән. Факт буйынса тикшереү башланған да инде.
Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Забелин Иглин район үҙәк дауаханаһындағы хәлгә ҡарата социаль селтәрҙәге сәхифәһендә аңлатма яҙҙы.
“Бөгөн социаль селтәргә Иглин дауаханаһынан видеолар һалынған. Уларҙың береһендә пациент иҙәндәге матраста ята, икенсеһендә аяҡһыҙ пациент коридор буйлап шыуышып китеп бара. Был ваҡиғаны, бер кем дә шикләнмәһен, асыҡлаясаҡбыҙ. Ундай хәлдәргә күҙ йомманым һәм йоммаясаҡмын, – тип яҙа министр. – Табип-пациент ҡапма-ҡаршылығы булырға тейеш түгел. Барыһына ла бер ябай ғына хәҡиҡәтте аңларға ваҡыт: кешеләр һәммәһе лә бер яҡта һәм ул Яҡтылыҡ тип атала! Ә ҡалғандары кешелек категорияһына инмәй. Һәм барыһы ла үҙеңдән, балаларыңда башҡаларға ҡарата хөрмәт тәрбиәләүҙән башлана. Шул саҡта донъя мәрхәмәтлерәк буласаҡ!”
Читайте нас: