Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2020, 22:25

Ҡатынын йыртҡыстарса үлтергән...

Баш ҡаланың Совет районында урынлашҡан шәхси йорттарҙың береһендә бер ир элекке ҡатынын йыртҡыстарса үлтергән.

Баш ҡаланың Совет районында урынлашҡан шәхси йорттарҙың береһендә бер ир элекке ҡатынын йыртҡыстарса үлтергән.
Был турала "КП-Өфө" хәбәр итә.
31 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен 29 ғинуарҙа табалар. Табиптар мәрхүмәнең тәнендә сәнселеүҙән күп һанлы ауыр тән йәрәхәттәре таба. Тикшереү-оператив төркөмдөң һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында үлтереүсе тиҙ арала билдәле була: ҡатындың үлемендә элекке ирен ғәйепле тип табалар. Хоҡуҡ һаҡсылары ғәйепләнеүсене ҡулға алғанда, ул лаяҡыл иҫерек була. Тикшереү барышында ир үҙ ғәйебен тулыһынса таный һәм аяныслы фажиғә тураһында тәфсирләп бәйән итә.
Асыҡланыуынса, икәү алдан һөйләшеп, осрашырға килешәләр. Улар табын артында араҡы эсә, төрлө хәтирәләргә бирелеп, элекке мөнәсәбәттәрен асыҡлай башлайҙар. Шулай һөйләшеү яйлап ғауғаға килтерә. Ике арала әрләшеү китә. Һөҙөмтәлә ҡыҙып алған ир элекке ҡатынына бысаҡ менән ташлана. Ҡазаланыусы урында уҡ йән бирә.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ир бер йыл элек кенә кеше һаулығына зыян килтергәне һәм үлтереү менән янағаны өсөн хөкөмгә тарттырылған булған. Бынан тыш, мәрхүмәнең дә закон алдында намыҫы таҙа булмаған: 2015 йылда ирен яҡлап берәүгә бысаҡ менән сәнскән. Әммә ул ваҡытта ҡатынды төрмәгә япмағандар, шартлы рәүештә хөкөм иткәндәр.
Нисек кенә булмаһын, барыһында ла эскелек ғәйепле.
Автор: Самат Ғәлин ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/atinin-yirt-istarsa-lterg-n-103003/
Читайте нас: