Рәсәй Президенты Владимир Путин резерв фондтан урындағы үҙидаралыҡтар проекттары конкурсына 1 миллиард һум бүлергә вәғәҙә бирҙе.
“Муниципалитеттарҙы дәртләндереүгә килгәндә, мин бында һеҙҙең менән килешәм, “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсының приз фондын күтәреү генә түгел, ә быны һиҙелерлек итеп эшләү һәм әлеге 40 миллиондан 1 миллиард һумға тиклем күтәрергә тигән тәҡдим”, - тине Путин Урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү буйынса совет ултырышында.
Ул ағымдағы бюджетҡа был сығымдарҙың һалынмауын да билдәләне.
“Шуның өсөн Финанс министрлығы менән былай килешәбеҙ, мин ул аҡсаларҙы резерв фондтан бүләм һәм ул бюджет тураһында закондың бүлегендә ағымдағы йылға иҫәпкә алынырға тейеш”, - тине ил башлығы.
#ВладимирПутин